Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.10 ↑

EUR 78.26 ↓

29 май, Йома

Уфа   °

Молния

Һау-сәләмәт кешегә коронавирусҡа тест эшләргә кәрәкмәй – Анна Казак

Йәмғиәт

Һау-сәләмәт кешегә коронавирусҡа тест эшләргә кәрәкмәй. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта Башҡортостан Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак ошо хаҡта белдерҙе.

«Бик һаҡ булырға кәрәк. Ни өсөн коронавирусҡа тикшереләһегеҙ килә? Былай ғына, һау-сәләмәт көйөнсә тикшерелеүҙең мәғәнәһе юҡ. Клиникаға барып, халыҡ араһында йөрөгәндә, материал алғанда йоҡтороу хәүефе ҙур. Әлбиттә, табиптар барлыҡ хәүефһеҙлек шарттарын үтәй, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, миндә вирус бармы, юҡмы икәнен белеү өсөн генә барырға ярамай».

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ошо анализды тәғәйенләү өсөн аныҡ күрһәтмәләр исемлеге бар, тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Тест һөҙөмтәләре бер-өс тәүлектән билдәле булыуы мөмкин.  

http://www.bashinform.ru/news/1434737-zdorovomu-cheloveku-delat-test-na-koronavirus-ne-stoit-anna-kazak/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: брифинг
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть