Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.14 ↓

EUR 77.78 ↑

27 май, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Рәсәйҙә карантинды үтәмәгән өсөн бер миллион һумға тиклем штраф һалына

Иҡтисад

Карантин режимын үтәмәгән өсөн штраф уны боҙоусынан зарарланған кеше һәләк булған осраҡта — 150-нән 300 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә 300-ҙән 500 мең һумға ҡәҙәр тәшкил итеүе мөмкин, тиелә Рәсәй хөкүмәтенең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына төҙәтмәләр тексында.

Әгәр карантин ваҡытында сирле тирә-йүндәгеләргә хәүеф тыуҙырһа, унан — 15-40 мең һум, вазифалы кешеләрҙән 50-150 мең һум түләтеүҙәре мөмкин.

РИА Новости агентлығы хәбәр итеүенсә, штрафтың максималь күләме — 1 миллион һум. Ул берәйһенең үлеменә килтергән юридик берәмектәргә һалына.

Ләкин 65 йәштән өлкән рәсәйҙәргә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын боҙған өсөн штраф юҡ. Яза коронавирус инфекцияһын йоҡторған кеше менән аралашҡан һәм өйҙә ултырмағандар өсөн ҡаралған.

Әлеге ваҡытта 170 дәүләт коронавирус пандемияһынан зыян күргән, 480 меңдән ашыу кеше зарарланған, уларҙың 21 меңдән ашыуы вафат булған.

http://www.bashinform.ru/news/1430973-za-nesoblyudenie-karantina-v-rossii-nakazhut-shtrafom-do-1-mln-rubley/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть