Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.14 ↓

EUR 77.78 ↑

27 май, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Рәсәйҙә 1000-дән ашыу кеше коронавирус йоҡторған

Йәмғиәт

Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙең 16 төбәгендә коронавирус инфекцияһы менән зарарланыуҙың 196 яңы осрағы асыҡланған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны 1036 кешегә еткән.

Ошо осорҙа 45 кеше һауығып сыҡҡан, тип хәбәр итте Роспотребнадзор.

Эпидемиологик тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, ауырыуҙар һуңғы ике аҙнала коронавирус инфекцияһы таралған илдәргә барған. Уларҙың бөтәһе лә инфекция бокстарына урынлаштырылған.

Башҡортостанда Covid-19 менән сирләүҙең дүрт осрағы теркәлгән. Уларҙың береһе – бала.

Коронавирус буйынса тәүлек әйләнәһенә эшләгән колл-үҙәк: 8-800-201-89-03.

Илдә коронавирус буйынса оператив мәғлүмәттәр: стопкоронавирус.рф.

http://www.bashinform.ru/news/1431004-chislo-zarazhennykh-koronavirusom-v-rossii-prevysilo-1000-chelovek/

    

Вероника Ниғмәтуллина
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть