Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.14 ↓

EUR 77.78 ↑

27 май, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Башҡортостандың күркә итен етештереү буйынса ҡошсолоҡ фабрикаһы кризис шарттарында күләмде арттыра

Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәләүез районы буйлап эш сәфәре барышында «Урал» ҡошсолоҡ фабрикаһында булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдың октябрендә ҡатмарлы финанс хәленә бәйле «Индюшкин» бренды аҫтында продукция сығарған Мәжит Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексының эшмәкәрлеге туҡтатылғайны. Предприятиеның бик күп бурысы йыйылды.

2018 йылдың 29 мартында һалым инспекцияһы ғаризаһы нигеҙендә бында бөлгөнлөк тураһында эш барышында күҙәтеү процедураһы, ә 2019 йылдың 5 мартында конкурс етештереүе процедураһы индерелде. Республика башлығының ҡатнашлығынан һәм кредитор менән оҙаҡ һөйләшеүҙәр алып барғандан һуң уҙған йылдың октябрендә ҡошсолоҡ комплексы йәнә эшләй башланы. Былтыр бөтәһе 397 мең, ә ағымдағы йылдың тәүге өс айында иһә 607 мең дана йомортҡа һатып алынды. Себештәр сығарыу – уртаса  87 процент, был бик яҡшы күрһәткес булып тора.

«Урал» ҡошсолоҡ комплексының генераль директоры Вадим Красюк Башҡортостан башлығына хәҙер 700 мең самаһы себеш үҫтерелеүе хаҡында һөйләне. Ҡош-ҡорт һуйыу цехы эшләй, күркәнең уртаса ауырлығы – 9 килограмдан ашыу. Әгәр йыл башына исемлектә 165 хеҙмәткәр булһа, 23 мартҡа ҡарата иһә 636.

Радий Хәбиров Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексының перспективалары менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие директоры билдәләүенсә, 2020 йылдың майына 12 ҡош үҫтереү участкалары  сафҡа индерелә.

Предприятиеның үҙенең ҡатнаш аҙыҡ цехы бар, унда 75 мең тонна ҡатнаш аҙыҡ әҙерләнә. 14 аҙнаға тиклемге инә күркәнең тере ауырлығын – 10 килограмға, ә 19 аҙналыҡ ата күркәнең иһә 20 килограмға еткереү күҙаллана. Продукция элекке «Индюшкин» бренды менән һатыла, ләкин шәхси сауҙа нөктәләре булмай. Күркә ите төбәк һәм федераль сауҙа селтәрҙәре магазиндарына, шулай уҡ баҙарҙарға һатыуға сығарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1430875-bashkirskaya-ptitsefabrika-po-proizvodstvu-myasa-indeyki-narashchivaet-obemy-v-usloviyakh-krizisa/

  

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть