Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.14 ↓

EUR 77.78 ↑

27 май, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Татарстандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллин вафат булды

Мәҙәниәт

Бөгөн төндә Ҡазанда Татарстандың халыҡ шағиры, публицист, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллин ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булды. Уға 71 йәш ине. Был хаҡта «Татар-информ» хәбәр итте.

Хушлашыу урыны һәм ваҡыты әлегә билдәһеҙ.

Роберт Мөғәллим улы Миңнуллин 1948 йылдың 1 авгусында Башҡортостандың Илеш районында тыуған.

1966-1968 йылдарҙа Илеш районы гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгән. 1973 йылда Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған.

1973-1977 йылдарҙа — «Йәш ленинсы» гәзите хәбәрсеһе. 1977-1983 йылдарҙа — «Ҡазан уттары» редакцияһында бүлек мөхәррире, аҙаҡ яуаплы секретарь, 1983-1986 йылдарҙа — Татарстан телевидениеһының баш мөхәррире. 1986-1995 йылдарҙа —«Йәш ленинсы» гәзитенең баш мөхәррире (1990 йылдан — «Һабантуй»).

1995-2014 йылдарҙа — Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы депутаты.  

Татар, рус һәм башҡорт телдәрендәге 40-ҡа яҡын китап авторы. Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Татарстан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1430829-ushel-iz-zhizni-narodnyy-poet-tatarstana-urozhenets-bashkortostana-robert-minnullin/

  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть