Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.14 ↓

EUR 77.78 ↑

27 май, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Башҡорт сәхнәһе йондоҙо Фидан Ғафаров – Өфө ҡалаһының почетлы гражданы

Мәҙәниәт

Башҡорт театры сәхнәһе һәм эстрада йондоҙо, популяр актер һәм лирик йырҙар башҡарыусы Фидан Ғафаровҡа Өфө ҡалаһының почетлы гражданы исеме бирелде. Кисә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры ҡала мэры Өлфәт Мостафин ҡул ҡуйған документты алды.

Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаров Башҡорт драма театрына 55 йыл хеҙмәт итте. Хәҙер ул Өфө ҡалаһының юғары наградаһы менән дә бүләкләнде.

«Актерҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Хәҙер Башҡорт драма театрында ике артист шундай маҡтаулы исемде йөрөтә — 2019 йылдың сентябрендә күренекле артист Нурия Ирсаева ла ошо абруйлы наградаға лайыҡ булды», — тине театр директоры Иршат Фәйзуллин.

Маҡтаулы исемде тапшырыу тантанаһы һуңғараҡ була, тип хәбәр иттеләр театрҙан.  

http://www.bashinform.ru/news/1430236-zvezda-bashkirskoy-stseny-fidan-gafarov-stal-pochetnym-grazhdaninom-goroda-ufy/

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть