Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.14 ↓

EUR 77.78 ↑

27 май, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Башҡортостанда юғары әҙерлек тураһында Указға үҙгәрештәр индерелде

Йәмғиәт

Башҡортостанда юғары әҙерлек режимы тураһында Указға үҙгәрештәр индерелде. Төҙәтмәләрҙә коронавирус таралыу шарттарында халыҡтың, ойошмаларҙың эш итеүе регламентлана.

Указда яҙылғанса, сит илдән ҡайтҡан граждандар өйҙәгеләре менән бергә 14 көн бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа тейеш.

Ойошмалар күңел асыу һәм ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү урындарының эшен туҡтатырға бурыслы.

Дөйөм туҡланыу бинаға бер үк ваҡытта 50-нән күберәк кешенең инмәүен, улар араһында араның 1,5 метрҙан кәм булмауын тәьмин итергә тейеш. Кальян тартыу хеҙмәттәрен күрһәтеү тыйыла. Ҡулаҡса менән түләргә ярамай. Дөйөм алғанда, алыҫтан тороп хеҙмәтләндереүгә – аҙыҡты заказ буйынса килтереүгә өҫтөнлөк бирергә кәрәк.

Мәғариф министрлығына бушлай туҡланған уҡыусыларға алыҫтан тороп уҡыған саҡта ла аҙыҡ-түлек йыйылмаһын биреүҙе ойоштороу бурысы йөкмәтелә.

Шәхси һаҡланыу сараларын бүлеп биргәндә тәү сиратта медицина хеҙмәткәрҙәре һәм зарарланғандар менән туранан-тура бәйләнештә булған кешеләр тәьмин ителә.

18 мартта республикала юғары әҙерлек режимы индерелде.

http://www.bashinform.ru/news/1430221-v-bashkirii-vnesli-izmeneniya-v-ukaz-o-povyshennoy-gotovnosti/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть