Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.88

EUR 78.44

25 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

Республиканың ҙур ҡалаларындағы барлыҡ мәсеттәрҙә йома намаҙҙары уҙғарылмай

Йәмғиәт

Башҡортостандың ҙур ҡалаларындағы мәсеттәрҙә йома намаҙҙары уҙғарылмай. Ошо хаҡта республика мосолмандары Диниә назаратының рәсми сайтында хәбәр ителә.

100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙағы мәсеттәрҙә йома намаҙҙары үткәрелмәй.

Был коронавирус инфекцияһының таралыуына, шулай уҡ 250-нән күберәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы сикләүгә бәйле.

«Йома намаҙына даими йөрөгән һәм әлеге етди сәбәптәр арҡаһында килә алмаған диндарҙарға бының өсөн борсолорға кәрәкмәй», — тиелә Диниә назараты белдереүендә.  

Сирле мосолмандарҙы өйҙә ҡалыуҙарын, шулай уҡ бәләкәйерәк мәсеттәргә йома намаҙына бармауҙарын, тыныслыҡ һаҡлауҙарын, паникаға бирелмәүҙәрен һәм ғәйбәт таратмауҙарын һорайҙар.

Мәсеттәрҙә даими дезинфекция үткәрелергә тейеш.

«Ислам дине кеше ғүмерен, ҡарашын, зиһенен, мөлкәтен һәм намыҫын һаҡлауға йүнәлтелгән. Ошо әйтеп үтелгән аспекттарға зыян килтереү хәүефе янағанда шәриғәт диндарҙарға бурыстарын еңеләйтергә мөмкинлек бирә», — тиелә белдереүҙә.

Шулай уҡ йома намаҙҙарын үткәреүҙе тыйыу Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты етәкселегенең махсус күрһәтмәләренә тиклем ғәмәлдә була.  

http://www.bashinform.ru/news/1430129-vo-vsekh-mechetyakh-krupnykh-gorodov-bashkirii-otmenili-pyatnichnye-namazy/

Розалиә Вәлиева
Теги: мәсет, намаҙ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть