Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.88

EUR 78.44

25 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

Республика шифаханалары штат режимында эшләй – Салауат Нафиҡов

Йәмғиәт

Башҡортостан шифаханалары штат режимында эшләй. Был турала республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән брифингта белдерҙе.

«Шифаханалар штат режимында, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән алгоритмға ярашлы эшләй. Барыһында ла кәрәкле табиптар бар», — тине Нафиҡов.

Бөгөн-иртәгә кәңәшмә үткәрелә, унда иртәнге, төшкө һәм киске аштарҙа кешеләр һаны 50-нән артмаһын өсөн туҡланыу алгоритмын яҙыу күҙ уңында тотола, тип билдәләне ул.

Шулай уҡ Нафиҡов шифаханала коронавирус йөрөткән кешеләрҙең булыу ихтималлығы тураһында былай тине:

«Беҙҙең шифаханалар — медицина учреждениелары түгел. Ял итергә килгәндәрҙең бөтәһе лә медицина тикшереүе үтә, шуға бындай  хәлдәргә юл ҡуйылмай».

http://www.bashinform.ru/news/1429969-sanatorii-bashkirii-rabotayut-v-shtatnom-rezhime-salavat-nafikov/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть