Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.88

EUR 78.44

25 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының икенсе комитетына эшкә күсте

Сәйәсәт

Ирек Зарипов – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе урынбаҫары. Бынан алда был вазифала Андрей Иванюта эшләне, хәҙер ул – Белорет районы башлығы.

«Кисә пленар ултырышта Дәүләт Йыйылышы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте. Ирек Айрат улы – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы. Әлеге йүнәлештә депутаттың белеме һәм тәжрибәһе һөҙөмтәле ҡулланылыр тип иҫәпләйем», — тип билдәләне Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев.

Быға тиклем Ирек Зарипов Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитетында ошондай вазифа биләне.

http://www.bashinform.ru/news/1429742-paralimpiyskiy-chempion-irek-zaripov-pereshel-na-rabotu-v-drugoy-komitet-gossobraniya-rb/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть