Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.88

EUR 78.44

25 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

Республикала Еңеү көнөн байрам итеү планын үҙгәртеүҙәре ихтимал

Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәтендә 9 майҙа байрам саралары планында үҙгәрештәр ҡарала. Әгәр карантин оҙайтылһа, уларҙы ҡулланырға тура килеүе мөмкин. Төп тантаналар Өфөлә уҙғарыла:

7 май — Совет майҙанында «Еңеү вальсы» флешмобы («РиоРита – Еңеү шатлығы» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә);

8 май – сәнғәт оҫталарының байрам концерты;

9 май — Еңеү паркында сәскәләр һалыу тантанаһы, хәрби техника ҡатнашлығындағы хәрби парад, «Үлемһеҙ полк» акцияһы, кесе авиация ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша, асыҡ һауала концерт һәм Өфө амфитеатрында салют.

«Раҫланған график буйынса Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнәбеҙ, бер үк ваҡытта запас варианттарҙы ла ҡарайбыҙ. Бөйөк байрам хәсрәткә төшөрөргә тейеш түгел», – тине беренсе вице-премьер Андрей Назаров Башҡортостан хөкүмәте президиумы ултырышында.

Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 30 мең самаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм уларға тиңләштерелгән кеше йәшәй.

http://www.bashinform.ru/news/1429571-v-bashkirii-mogut-izmenit-plan-prazdnovaniya-dnya-pobedy/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть