Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.88

EUR 78.44

25 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

«Өфөнән һөйөү менән» популяр фильмының дауамы була

Мәҙәниәт

«Өфөнән һөйөү менән» популяр фильмының дауамы була. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына башҡорт кинорежиссеры Айнур Асҡаров һөйләне. «Өфөнән һөйөү менән» романтик комедияһы 2017 йылда төшөрөлдө һәм Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында күрһәтелде.

«Өфөнән һөйөү менән-2» проекты өҫтөндә эшләй башланыҡ. Был идеяны республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Яңы фильмда элекке сюжет дауам итмәй, ә бөтөнләй икенсе хәл-ваҡиға була. Хәҙерге ваҡытта Айҙар Аҡманов менән сценарий яҙабыҙ», —  тине Айнур Асҡаров.

Әлегә коронавирус инфекцияһы эпидемияһына арҡаһында фильмдың яҙмышы ниндәй булырын белмәйем, ләкин проект буйынса эш алып барыла, тип билдәләне режиссер. Команда башлыса шул уҡ ҡала.

Бынан тыш, Айнур Асҡаров бына алда башлаған икенсе ижади проекттарын дауам итә.

«Эш күп. Мостай Кәримдең повесы буйынса «Өс таған» фильмының реклама кампанияһына әҙерләнәм. Ҡыҫҡа метражлы «Гильза» фильмын тамамлайбыҙ», — тине режиссер.  

http://www.bashinform.ru/news/1429356-u-populyarnogo-proekta-iz-ufy-s-lyubovyu-budet-prodolzhenie/

    

Ләйлә Аралбаева
Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть