Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.88

EUR 78.44

25 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус раҫланған сирлеләрҙең хәле тураһында хәбәр итте

Йәмғиәт

Яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған өс яҡташыбыҙ Өфө ҡалаһы йоғошло сирҙәр дауаханаһының махсус бокстарына урынлаштырылған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, улар өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Ауырыуҙарҙың бөтәһенең дә хәле тотороҡло тип баһалана.

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының транспортта күҙәтеү һәм санитар һаҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Күсимова һүҙҙәренсә, Дүртөйлө ҡалаһынан 50 йәшлек ханымда һәм уның ҡыҙында коронавирус раҫланған, улар 14 мартта Европа буйлап сәйәхәттән ҡайтҡан. Өсөнсө пациент — 1951 йылғы, эш буйынса Мәскәүгә йөрөгән.

«Тәүҙә ир өйҙә дауаланған һәм дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан. Өсөнсө тест-тикшереүҙән һуң барыһының да диагноздары раҫланған», — тине республиканың Роспотребнадзор идаралығы вәкиле.

Сирлеләрҙең кемдәр менән аралашҡаны республика властарына билдәле. Уларҙың һәммәһе лә тикшерелә.

Бынан алда COVID-2019 сиренә шик менән тағы 63 пациенттың республика дауаханаларында ятыуы тураһында хәбәр ителгәйне.  

http://www.bashinform.ru/news/1429367-minzdrav-bashkirii-soobshchil-o-sostoyanii-patsientov-s-podtverzhdennym-koronavirusom/

Наталья Овчарук
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть