Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.88

EUR 78.44

25 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Молния

Республикала дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөндә коронавирустан һаҡланыу буйынса махсус саралар күрелә

Иҡтисад

22 апрелдә, ил Конституцияһына үҙгәрештәр мәсьәләһе буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөндә, Башҡортостанда 3 434 участка асыла, шуларҙың 39-ы ваҡытлыса. 2020 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, республикала бөтәһе 3 миллион 47 мең кеше һайлаусылар исемлегенә индерелгән. Был хаҡта бөгөн «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдерҙе. Тауыш биреү уҙғарғанда барлыҡ участка комиссияларында булған технологик ҡорамал файҙаланыла.

Тауыш биреү көнөндә коронавирустан һаҡланыу өсөн халыҡ хәүефһеҙлегенә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Бөтә участкалар дезинфекция саралары менән тәьмин ителә. Тауыш биреүҙә ҡатнашыусы участкаға ингән һәм сыҡҡан урында антисептик ҡулланырға тейеш.

«Комиссия ағзалары битлек кейеп эшләргә, тауыш биреүҙә ҡатнашыусы паспортын үҙе асып күрһәтергә бурыслы. Комиссияларға тауыш биреү өсөн кабиналарҙа ҡорғандарҙы алып ҡуйырға һәм шул уҡ ваҡытта үҙ ихтыярыңды белдереү серен тәьмин итергә тәҡдим ителде. Халыҡ өймәкләшеп тормаҫҡа, тауыш биреүселәр араһында ара метр ярымдан кәмерәк булмаҫҡа тейеш. Һәр тауыш биреүсенән һуң ручкаларҙы антисептик менән таҙартырға кәрәк. Комиссия ағзаларына теләһә ниндәй ауырыу билдәләре булғанда эшкә сығыу ҡәтғи тыйыла», — тип билдәләне Илона Макаренко.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә эпидемик хәл насарайған осраҡта тауыш биреү көнөнөң күсерелеүе ихтимал.

22 апрелдә участкаларҙа халыҡтың күпләп йыйылыуына һәм инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн тауыш биреү осоро 3-тән алып 7 көнгә тиклем арттырылыуы мөмкин. Участкалар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Тауыш биреү һөҙөмтәләре «Һайлау» дәүләт автоматлаштырылған системаһына индерелә һәм уларҙың яҡынса йомғаҡтары тураһында 23 апрелдә үк билдәле була.

http://www.bashinform.ru/news/1429225-v-bashkirii-v-den-obshcherossiyskogo-golosovaniya-primut-osobye-mery-po-zashchite-ot-koronavirusa/

  

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть