Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

1 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Башҡортостанда грипп эпидемияһы кәмеүгә бара

Йәмғиәт

Башҡортостанда грипп эпидемияһы кәмеүгә бара, тип хәбәр итә Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү һәм кеше именлеге буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы.

Һуңғы дүрт аҙнала сирҙең күтәрелеше күҙәтелде, эпидемияның иң юғары нөктәһе йылдың етенсе аҙнаһына — 10 февралдән 16-һына тиклем тура килде.

Уҙған аҙнала, 17 -23 февралдә, республикала 34 138 грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осрағы теркәлде, шул иҫәптән балаларҙа – 20 504 осраҡ, был ауырыуҙарҙың дөйөм һанынан 60% тәшкил итә. Балалар араһында сирлеләрҙең күбеһе 3-6 йәштә.

Республика халҡы араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу эпидемия сигенән 44% юғары, тип белдерә ведомство. Үткән аҙнала Өфөлә 9 494 кеше, шул иҫәптән 4 737 бала  грипп һәм киҫкен вирус инфекцияһы менән сирләгән. Бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар 20% кәмегән. Был бөтә йәш төркөмдәрендә күҙәтелә.

24 февралгә ҡарата, 188 мәктәптә, 5 мәктәп-интернатта һәм 17 балалар баҡсаһында, шулай уҡ 27 мәктәптә 141 класта һәм 17 балалар баҡсаһында 22 төркөмдә карантин оҙайтылды.

http://www.bashinform.ru/news/1418466-v-bashkirii-epidemiya-grippa-idet-na-spad-rospotrebnadzor-/              

Теги: рипп, ОРВИ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть