Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

1 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Өфөлә ҡоймаҡ бешереү башҡа миллионлы ҡалаларға ҡарағанда арзанғараҡ төшә

Иҡтисад

Өфөләргә 30 ҡоймаҡ бешереү яҡынса 92 һумға төшә. Был Рәсәйҙең башҡа миллионлы ҡалаларына ҡарағанда арзаныраҡ, тиелә Яндекс тикшеренеүендә.

«Ошо сумманың яртыһынан ашыуы һөткә тура килә – 49 һум. Дүрт йомортҡа —  21 һум 50 тин, 400 грамм он 13 һум тора. Кәрәкле күләмдә көнбағыш майы, тоҙ һәм шәкәр — 9 һум самаһы», — тип белдерҙе аналитиктар.

Айырыуса Красноярск һәм Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәүселәргә ҡоймаҡ бешереү ҡиммәтҡә төшә —  111 һум. Артабан Һамар килә — 108 һум, Дондағы Ростов, Мәскәү һәм Түбәнге Новгород — 105 һум.

Аналитиктар шулай уҡ ҡоймаҡ өсөн популяр өҫтәмәләр һәм эслектәрҙең хаҡын иҫәпләп сығарған: ҡыҙыл ыуылдырыҡ, эремсек, ҡуйыртылған һөт, ҡаймаҡ һәм аҡ май. Төрлө ҡалаларҙа ҡаптар айырылып торорға мөмкин. Мәҫәлән, Краснодарҙа эремсекте күп осраҡта – 180, Өфөлә – 200, ә Омскиҙа 450 грамлыҡ ҡаптарҙа һатып алалар. Ҡалаларҙы үҙ-ара сағыштырыу өсөн йөҙ грамлыҡ продукттың хаҡын ҡарағандар.

Өфөлә өҫтәмәләргә хаҡтар уртаса кимәлдән әллә ни айырылмай. Эремсек кенә миллионлы ҡалаларға ҡарағанда 6% осһоҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1418454-v-ufe-ispech-stopku-blinov-oboydetsya-deshevle-chem-v-drugikh-gorodakh-millionnikakh/        

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: ҡоймаҡ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть