Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

1 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Өфөнөң Затон биҫтәһендәге урамға Сергей Михалевтың исеме бирелә

Спорт

Өфөнөң Ленин районында «алтын хыял» тренеры Сергей Михалев исемендәге урам барлыҡҡа килә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәтендәге сығанаҡтан билдәле булды. Атап әйткәндә, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренерының исемен Затон биҫтәһендәге Халыҡтар дуҫлығы проспектына перпендикуляр урынлашҡан яңы урамға бирергә тәҡдим ителә. Уның Спорт әҙерлеге үҙәге янында урынлашыуы ла символик мәғәнәгә эйә.

«Был тәҡдим ҡала округының адреслы элементтарына атама биреү, исемдәрен алмаштырыу буйынса эксперт комиссияһының сираттағы ултырышында ҡарала», — тине сығанаҡ.

Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, хоккей күнекмәһенән һуң «Салауат Юлаев» хоккей клубы ветерандары республика етәксеһе эргәһенә килеп, бер нисә йыл элек көйәрмәндәрҙең Өфө урамына Сергей Михалевтың исемен бирергә тәҡдим итеүен әйтте. Башҡортостан башлығы Өфө ҡала Советы депутаттары менән һөйләшеп, был процесты тиҙләтергә вәғәҙә бирҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1418299-v-ufe-ulitsa-sergeya-mikhaleva-poyavitsya-v-mikrorayone-zaton/                          

Наталья Овчарук
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть