Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

1 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Башҡортостанда йәшәүселәр төнгө күктең ике сағыу яҡтыртҡысының яҡынайыуын күрергә мөмкин

Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәр февраль аҙағында төнгө күктең ике сағыу яҡтыртҡысы: Ай менән Венераның яҡынайыуын күрергә мөмкин. Өфө планетарийында һөйләүҙәренсә, ай дауамында Ҡояш байығандан һуң киске күктә йондоҙҙар араһында беренсе булып күренгән Венера үҙенең сағыулығы менән иғтибарҙы йәлеп итә башлай. Эңер төшөү менән ул дүрт сәғәттән ашыуыраҡ күренә һәм ай аҙағында киске сәғәт 11-ҙән һуң юғала.

Айға килгәндә, ул киске күктә 24 февралдә ҡалҡты. Ҡояш байығас, ул офоҡ өҫтөндә тар ғына ураҡ рәүешендә күренә.

«Ләкин көндән-көн Ай офоҡтан юғарыраҡ күтәрелә, ул тулылана, һуңыраҡ байый башлай. Һәм Венера менән яҡынлаша. Ай менән Венераның бер-береһенә яҡын тороуын 27 февралдә асыҡ күрергә мөмкин», — тип хәбәр иттеләр планетарийҙан.
http://www.bashinform.ru/news/1418293-zhiteli-bashkirii-smogut-uvidet-sblizhenie-dvukh-samykh-yarkikh-svetil-nochnogo-neba/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть