Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

1 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Бер йылда Башҡортостан бюджеты килеме - 11%, ә сығымы 20% артҡан

Иҡтисад

2019 йылда республика бюджеты килеменең дөйөм күләме 199 миллиард һумға тиерлек еткән. Был 2018 йылға ҡарағанда 20 миллиард һумға йәки 11,2% күберәк, тип белдерҙеләр Башҡортостан хөкүмәтендәге ултырышта.

Шул уҡ ваҡытта уҙған йылда республика бюджеты сығымы 215 миллиард һум тәшкил иткән, был 2018-гә ҡарағанда 35 миллиард һумға йәки 20% күберәк.

Социаль әһәмиәтле сығым йөкләмәһен финанслау, шулай уҡ бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләү тулы күләмдә тәьмин ителгән, тип билдәләнеләр хөкүмәттә.

Дөйөм алғанда, 2019 йылда Башҡортостан бюджетының социаль өлөшө сығымдың дөйөм суммаһынан 71,2% кимәлендә йәки 153 миллиард һум булған.

http://www.bashinform.ru/news/1418082-dokhody-byudzheta-bashkirii-vyrosli-za-god-na-11-2-i-dostigli-199-mlrd-rubley/

Теги: килем, сығым
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть