Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

1 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Өфөлә Республика туған телдәр байрамы ойошторола

Мәҙәниәт

6 февралдә Өфөлә Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы Республика туған телдәр байрамы ойошторола. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Халыҡтар ассамблеяһы булышлығында ике сара үткәрә.

Көндөҙгө сәғәт 12-лә М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһындағы майҙансыҡ үҙ эшен башлай. Бында төрлө халыҡтарҙың милли үҙаңын тергеҙеүгә һәм туған телде һаҡлауға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла. Уҡыу йортона ингән урында «Туған телемдә һөйләшәм» акцияһы ойошторола.

Республиканың тарихи-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре гимназия фойеһында балалар өсөн Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм рухи ҡиммәттәре тураһында төшөнсә биргән уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Бәләбәй районынан Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре төрлө ҡурсаҡтар яһарға өйрәтә.

Байрам концертында күп милләтле Башҡортостан халыҡтары телдәрендә йырҙар һәм шиғырҙар яңғырай. Ҡунаҡтар өсөн Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан «Фольклор – халыҡтың быуаттар дауамындағы аҡылы» квест-уйыны ойошторола. Балалар уйын формаһында республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәре менән таныша.

Сәғәт 4-тә Өфө балалар филармонияһында мәғлүмәт-күңел асыу программаһы башлана. Унда милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр художество коллективтары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1417848-v-ufe-proydet-respublikanskiy-prazdnik-rodnykh-yazykov/  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть