Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

1 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Өфө музейында уникаль «сармат алтыны» коллекцияһын ҡарау мөмкинлеге булдырылды

Мәҙәниәт

25 февралдән бөтә донъяға билдәле «сармат алтыны» коллекцияһы һаҡланған Өфө археология һәм этнография музейы барыһы өсөн дә үҙ ишектәрен асты.

Быға тиклем музей Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтында фәнни база булараҡ эшләне.

«Сармат алтыны» — 1987-1988 йылдарҙа билдәле археолог Анатолий Пшеничнюк беҙҙең эраға тиклемге V- IV быуаттарҙа Филиппов ҡурғанынан ҡаҙып алған уникаль алтын әйберҙәр археология фәненә шундай исем менән килеп инде. Был табыш донъя әһәмиәтендәге фәнни асыш тип баһаланды. Тап улар Дала Евразияһының ҙур мәҙәни, иҡтисади һәм сәйәси үҙәктәренең береһе булараҡ Көньяҡ Уралға ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итте.

«Бындай хазиналарҙы ғалимдарҙан тыш, халыҡҡа ла күрһәтергә кәрәк.  Республикала йәшәгән һәр кем һәм һәр ҡунаҡ ошо коллекцияны үҙ күҙҙәре менән күрергә тейеш», — тип яҙҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әхәт Мостафин һүҙҙәренсә, музей эшен асыҡ режимда ойоштороу өсөн һаҡ көсәйтелгән, экскурсия етәкселәре һәм ҡараусылар штаты киңәйтелгән.

Музей К.Маркс урамындағы 6-сы йортта урынлашҡан. Тел: +7 (347) 272-29-79. Эш ваҡыты: көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем. Билет хаҡы — 200-400 һум, пенсионерҙарға һәм студенттарға ташлама бирелә.

http://www.bashinform.ru/news/1417981-v-muzee-v-ufe-stala-dostupna-dlya-shirokoy-publiki-unikalnaya-kollektsiya-sarmatskogo-zolota/

Теги: музейҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть