Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

1 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Башҡортостан башлығы: «Фараздар аныҡ түгел, ләкин ташҡындың көслө булыуы ихтимал»

Йәмғиәт

Башҡортостанда 2020 йылдың ташҡын һыуҙарын аварияһыҙ үткәреүгә әҙерлек эштәре башланды. Был хаҡта 25 февралдә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

«Хакимиәт башлыҡтарына ташҡынды аварияһыҙ үткәреү буйынса муниципаль саралар планын әҙерләргә, ташҡын осоронда оператив һәм комплекслы яуап биреү өсөн көстәрҙе әҙерләүҙе ойошторорға, гидротехник ҡоролмаларҙы һәм хәбәр итеү системаларының әҙерлеген өҙлөкһөҙ күҙәтергә тәҡдим итәбеҙ», — тине ул.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, быйыл ҡар күп.

«Әйҙәгеҙ, видеоконференция бәйләнешендә яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләһен ҡарайыҡ. Фараздар аныҡ түгел, ләкин беҙ ташҡындың көслө булыуы ихтимал, тип әйтә алабыҙ», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

http://www.bashinform.ru/news/1417851-glava-bashkirii-prognozy-razmytye-no-vozmozhno-zhdem-silnyy-pavodok/    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: ташҡын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть