Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

1 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Башҡорт драма театры Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре буйынса спектаклдең премьераһын әҙерләй

Мәҙәниәт

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре буйынса «Шәмсетдин һәм Шәмсүрә» спектакленең премьераһын әҙерләй. Спектакль 1 мартта Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә күрһәтелә.

...Һуғыш бер кем менән дә иҫәпләшмәй. Госпиталь. Ауыр яраланған һалдаттар. Уларҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙ хәстәре, тигәндәй. Һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһен, үҙ йортон һағына. Тома һуҡыр ҡалған Шәмсетдин дә һуғыш ҡалдырған яралары төҙәлер, бәхете булыр тип өмөтләнеп: «Ҡатыныма һоҡланып туя алмайым, ул бер ҡасан да мыжып, ҡурҡып тормай, ҡатынымдан уңдым егеттәр, Аллаға шөкөр», —  тип маҡтанып ала башҡалар алдында.

Шәфҡәт туташы Шәмсүрә аша яҙған хаттарына яуап килмәһә лә, өмөтөн юғалтмай ул, әммә тыуған яҡҡа ҡайтыу менән барыһы ла аңлашыла... Шәмсетдиндең тән яраһына ҡарағанда йән яраһы нығыраҡ әрней. Ул яраларҙы нисек уңалтырға? Бәхетле булырға өмөт бармы?

Спектаклдең художество етәксеһе – Айрат Абушахманов. Режиссер — Хөрмәтулла Үтәшев, рәссам — Альберт Нестеров, хореограф — Рәмизә Мөхәмәтшина. Музыкаль яҡтан биҙәлеш – Урал Иҙелбаев.

Шәмсетдин ролендә – Морат Рафиҡов, Шәмсүрә  — Милена Сираева. Спектаклдә актерҙар Хөрмәтулла Үтәшев, Алмас Әмиров, Алһыу Бәхтиева, Гөлфиә Рафиҡова, Айҙар Шәмсетдинов, Алмаз Йосопов, Руслан Ғәлимов, Азат Вәлитов, Әлфирә Заһиҙуллина ҡатнаша, шулай уҡ Башҡорт драма театры хеҙмәткәрҙәренең балалары уйнай.

http://www.bashinform.ru/news/1417790-bashdramteatr-gotovit-premeru-spektaklya-po-proizvedeniyam-talkhi-giniyatullina/                

Ләйлә Аралбаева
Теги: театр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть