Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

1 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров – Рәсәйҙең 20 ир-уҙаманы исемлегендә

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров «Медиалогия» компанияһы төҙөгән Рәсәй ир-уҙамандары медиарейтингына инде. Белгестәр йыл дауамында (2019 йылдың февраленән 2020 йылдың февраленә тиклем) республика етәксеһен телгә алыуҙы күҙәтеп барған. Һөҙөмтәлә Радий Хәбиров 12-се урынды алған.

Рейтингта беренсе урында – Рәсәй президенты Владимир Путин. Артабан Хәүефһеҙлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев, дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков, Мәскәү мэры Сергей Собянин, сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Санкт-Петербуг губернаторы Александр Беглов, Дәүләт Думаһы депутаты Вячеслав Володин, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре Алексей Навальный, Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев, Түбәнге Новгород өлкәһе башлығы Глеб Никитин, оборона министры Сергей Шойгу һәм Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров килә.

Хәбировтан һуң рейтингта Патриарх Кирилл (13-сө урын), ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин  (14-се урын), Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров (17-се урын) һәм Татарстан Республикаһы президенты Рөстәм Миңлеханов (19-сы урын) тора.

Тикшереүселәр билдәләүенсә, рейтинг мәғлүмәттәре 2020 йылдың 19 февралендә иҫәпләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1417762-glava-bashkirii-radiy-khabirov-voshel-v-top-20-rossiyskikh-muzhchin-/

                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть