Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Өфөлә Ҡышты оҙатыу байрамын үткәреү урындары билдәле булды

Йәмғиәт

Өфөлә Ҡышты оҙатыу байрамы биш районда ойошторола. Быйыл майлы ҡоймаҡ аҙнаһы 24 февралдә башлана. Баш ҡаланың барлыҡ райондарында 29 февралдән 1 мартҡа тиклем төрлө саралар уҙғарыла, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.

Әйтәйек, 29 февралдә Киров районында ҡышты оҙатыу Һынаусылар урамының 21-се йорт ихатаһында була. Иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. «Аэропорт» ҡасабаһында көндөҙгө 3-тә. Дим районында яҙ килеүен мәҙәниәт һәм ял паркында байрам итергә мөмкин. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Октябрь районында байрам сәғәт 12-лә «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында, Нуғай мәҙәниәт йортонда ойошторола.

Ленин районында ҡышты оҙатыу «Нижегородец» стадионында һәм «Тулҡын» скверында үткәрелә. Шулай уҡ көндөҙгө 12-лә.

Калинин районында ҡарасҡыны «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда яндыралар. Сәғәт 1-ҙә башлана.

1 мартта байрам Иван Яҡутов исемендәге паркта, С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, «Ҡояшлы» пляжы биләмәһендә (3-тә), «Ультра» сауҙа-күңел асыу комплексында (1-ҙә) дауам итә.

Тамашасыларҙы, ғәҙәттәгесә, әйлән-бәйлән, уйындар, эстафеталар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре көтә.

Байрам аҙағында ҡарасҡыны яндыралар һәм ҡоймаҡ менән һыйлайҙар.

http://www.bashinform.ru/news/1416880-v-ufe-nazvali-mesta-prazdnovaniya-maslenitsy-2020/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть