Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

5 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Молния

Республикала йәшәүселәрҙең яртыһы хәрби карьера һәйбәт тип иҫәпләй

Йәмғиәт

Башҡортостанда армияла хеҙмәт иткәндәрҙең яртыһы тиерлек йәки 48% хәрби карьера һәйбәт тип иҫәпләй. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан hh.ru тикшеренеүҙәр хеҙмәте үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләре шундай.

Республикала йәшәүселәр фекеренсә, хәрби карьераның төп өҫтөнлөгө — хаҡлы ялға иртәрәк сығыу, респонденттарҙың 67% ошо вариантты билдәләгән. Икенсе урында – льготалар  (57%), өсөнсөлә — даими эшкә урынлашыу (56%). Бары 7% «өҫтөнлөктәр юҡ» тигән вариантты һайлаған.

Етешһеҙлектәре иҫәбенә респонденттар сит илдәргә йөрөүҙе сикләүҙе (54%), ғүмер өсөн хәүефле булыуҙы (51%) һәм йыш күсеп йөрөүҙе (49%) индергән.

Һорау алыуҙар 8-16 февралдә илдә 5,5 мең кеше араһында үткәрелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1416897-polovina-zhiteley-bashkirii-nazvala-privlekatelnoy-voennuyu-kareru/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть