Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Матбуғат йортонда күп функциялы медиаүҙәк асырға йыйыналар

Иҡтисад

Матбуғат йортонда күп функциялы медиаүҙәк асыу планлаштырыла, тип хәбәр итте Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов коллегия ултырышында.

Уның һүҙҙәренсә, унда заманса матбуғат үҙәге, ньюс-рум, журналистар өсөн китапхана булырға тейеш. Үҙәктә республиканың барлыҡ киң мәғлүмәт саралары урынлашыр тип күҙ уңында тотола.

Был бинаның тарихы 1967 йылға, Өфөлә гәзит-журнал һәм редакция-нәшриәт комплексы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән ваҡытҡа барып тоташа.

1971 йылда Матбуғат йортоноң производство корпусы асылған. Бер йылдан редакция-нәшриәт комплексы төҙөлөшө тамамланған. Шул ваҡыттан бирле бинала республика һәм ҡала гәзит-журналдары, альманахтар һәм башҡа баҫмаларҙың редакциялары урынлашҡан.

Һуңғы бер нисә тиҫтә йылда бинаға аҡса һалынмаған. Ул насар торошта, коммуникацияларҙы алмаштырыуҙы һәм яңынан планлаштырыуҙы талап итә.

http://www.bashinform.ru/news/1416868-na-baze-doma-pechati-v-ufe-sobirayutsya-sozdat-mnogofunktsionalnyy-mediatsentr/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть