Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

5 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Молния

Башҡорт драма театры Еңеүҙең 75 йыллығына «Рөстәмдең сере» спектаклен сәхнәләштәрҙе

Мәҙәниәт

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры Хәтер һәм дан йылы саралары барышында татар яҙыусыһы Ғәҙел Ҡотойҙоң «Рөстәмдең мажаралары» фантастик повесы буйынса «Рөстәмдең сере» спектаклен сәхнәләштерҙе. Бер актлы спекталь өлкәндәргә лә, балаларға ла тәғәйенләнгән һәм башҡорт, рус телдәрендә башҡарылырға мөмкин.

Сәхнәнең алғы өлөшөндә уйынсыҡ һалдаттар – баштан уҡ спектакль тамашасыны уйын мөхитенә алып ингән кеүек, артабан ул виртуоз күләгәләр театрында, ябай персонаждарҙың сағыу кейемдәрендә, көлкөлө фашистарҙа, күҙгә күренмәгән һалдаттың таң ҡалдырғыс фокустарында дауам итә.

Бары тик кескәй немец ҡыҙы Мартаның ысын үлеме генә ҡапыл хыялдар донъяһын емерә. Ә асыҡ финал — партизан Рөстәм үҙе ҡайтҡанмы, әллә уның яңғырауыҡлы гармунымы — һуғыштың ысын икәненә ышанырға мәжбүр итә, унда хатта иң ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ төп герой ҙа һәләк булыуы мөмкин.

«Спектаклдең жанры – ғаилә менән бергә ҡарау өсөн әкиәт. Хәҙерге балалар һуғыш тураһында бөтөнләй бер нәмә лә аңламай. Магазиндарҙа — донъя армиялары һалдаттары, танктар, беҙ һуғышты романтик итеп һүрәтләүҙе күрәбеҙ. Ләкин, минеңсә, һуғыш – уйынсыҡ түгел. Бына сәхнәлә лә уйынсыҡтар аҙағынаса булды, һуңынан берәүһенең йәне ҡыйылды», — тине режиссер.

Яңы спектакль өҫтөндә илебеҙҙең төрлө театрҙарында 300-ҙән ашыу спектаклде һәм шоуҙы биҙәгән яҡтылыҡ рәссамы Евгений Ганзбург (Санкт-Петербург), «Алтын битлек» лауреаты, Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы Альберт Нестеров, композитор Илшат Яхин, хореограф Алина Мостаева эшләне. Әҫәр буйынса инсценировка авторы – драматург Светлана Баженова.

Йәш актриса Зилиә Хәлилова бер юлы ике ролде – совет малайы Рөстәмде һәм немец ҡыҙы Мартаны бик оҫта башҡарҙы.

Спектакль йәнә бер тапҡыр бөгөн, 21 февралдә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында күрһәтелә.

http://www.bashinform.ru/news/1416696-bashdramteatr-k-75-letiyu-pobedy-postavil-fantasticheskiy-spektakl-soldat-nevidimka/

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть