Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Өфөнөң «Тулҡын» скверында мемориаль комплекс ҡуйыла һәм күл төҙөкләндерелә

Йәмғиәт

Өфөлә Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» скверын төҙөкләндереүҙе тикшереүгә арналған кәңәшмә үтте.

Реконструкция барышында күлде төҙөкләндереү: уны таҙартыу, йәйәүлеләр күпере, күл тирәләй йәйәүлеләр өсөн юлдар һалыу, терраса ҡуйыу ҡаралған, тип хәбәр итте мэрияның матбуғат хеҙмәте.

Көньяҡ өлөштә асыҡ һауала кафе һәм ял итеү өсөн урындар ойошторола. Әхмәтов урамында һәм Ирәндек урамының бер өлөшөндә парковка  эшләү күҙ уңында тотола.

Төп эштәр тамамланғас, төҙөүселәр эргә-тирәне төҙөкләндереүгә тотонорға тейеш. Шулай уҡ бында тантаналы саралар өсөн мемориаль комплекс планлаштырыла.

Уҙған йылда «Тулҡын» скверында велосипед юлдары һәм йәйәү йөрөү өсөн тротуарҙар тәртипкә килтерелде, универсаль спорт майҙансығы асылды. Яҡтыртыу, эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттарынан тыш, скверҙа Workout һәм паркур өсөн зоналар, скейтпарк һәм балалар «Автоҡаласығы» барлыҡҡа килде. Шулай уҡ бында үҙенең сәхнә комплексы бар.

http://www.bashinform.ru/news/1416699-v-ufimskom-skvere-volna-poyavyatsya-memorialnyy-kompleks-i-stsena/    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть