Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Өфөлә 18-се маршрут буйынса - 8 Март ҡасабаһына тиклем троллейбус хәрәкәте тергеҙелә

Йәмғиәт

21 февралдән Өфөлә 18-се маршрут буйынса «Үҙәк баҙар — 8 Март ҡасабаһы» троллейбус хәрәкәте тергеҙелә, тип хәбәр иттеләр баш ҡала муниципаль электр транспорты идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

2010 йылда юлдарҙы төҙөкләндереү сәбәпле 18-се маршрут буйынса хәрәкәт туҡтатылғайны.

«Ошо маршрут буйынса хәрәкәтте тергеҙеү «пик сәғәте»ндә пассажирҙар ташыуҙы ойоштороуға, шулай уҡ юлда көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән. Көн һайын иртән дә, кисен дә өс рейс ойошторола», – тине «Башинформ» агентлығына транспорт идаралығының  начальник урынбаҫары Руслан Аблаев.

http://www.bashinform.ru/news/1416533-v-ufe-vozobnovlyaetsya-trolleybusnoe-dvizhenie-po-marshrutu-18-do-poselka-8-marta/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть