Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

5 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Молния

«Башҡортостанға хеҙмәт итәм!» — Илдар Абдразаҡов республиканың юбилей миҙалы менән бүләкләнде

Мәҙәниәт

Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың III Халыҡ-ара музыка фестивале барышында Дж. Вердиҙың «Аттила» операһы күрһәтелде. Спектакль башланыр алдынан фестивалдең художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы, «Алтын битлек» премияһы лауреаты, ике тапҡыр «Грэмми» премияһы лауреаты, танылған йырсы Илдар Абдразаҡов һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тамашасыларҙы сәләмләне. Министр республика башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.

«Классик традицияларға тоғро ҡалып, быйылғы фестиваль Джузеппе Вердиҙың музыкаль мираҫына арнала. Илдар Абдразаҡовтың тәүге аҙымдарын Башҡорт опера театрында яһауы һәм таланты, тырышлығы, остаздары ярҙамында Маэстро дәрәжәһенә күтәрелеүе менән ғорурланабыҙ. Илдар Әмир улының режиссер һәләте лә ошонда асылды. «Аттила»ның премьераһы тыуған яғында алҡыштар менән ҡаршы алынды», — тиелә сәләмләү хатында.

Министр Илдар Абдразаҡовты республиканың 100 йыллығына юбилей миҙалы менән бүләкләне, быға йырсы «Башҡортостанға хеҙмәт итәм!» тип яуапланы. Ул республика хөкүмәтенә һәм бағыусыларға фестивалде үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Илдар Абдразаҡов ҡуйған «Аттила» операһы аншлаг менән үтте. Унда опера сәхнәһе йондоҙҙары ҡатнашты.

Артабан фестиваль Ҡазанда дауам итә һәм 26 февралдә Мәскәүҙә тамамлана.

http://www.bashinform.ru/news/1416303-sluzhu-bashkortostanu-ildar-abdrazakov-nagrazhden-yubileynoy-medalyu-respubliki-/      

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть