Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

5 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Молния

«Спутник ФМ» радиоһы «Еңеүгә 27 миллион аҙым» акцияһының башланыуы хаҡында иғлан итте

Йәмғиәт

«Спутник ФМ» радиоһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 27 миллион яҡташыбыҙ иҫтәлегенә «Еңеүгә 27 миллион аҙым» акцияһының башланыуы хаҡында иғлан итте.

Ул икенсе тапҡыр үткәрелә. Быйыл Еңеүгә тиклем 75 көн ҡалғас, 23 февралдә башлана. Унда теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн бер көндә яһаған аҙымдарҙы https://pobeda.sputnik.fm сайтында теркәргә кәрәк.

«Эшкә бараһығыҙмы, паркта йөрөйһөгөҙмө, скандинав йөрөшө менән шөғөлләнәһегеҙме йәки турпоходтарҙа саҡрымдар үтәһегеҙме – 23 февралдән 9 майға тиклем атай-олатайҙарығыҙ: һуғышта ҡатнашыусылар, тыл эшсәндәре, концлагерь тотҡондары иҫтәлегенә көн һайын аҙымдарығыҙҙы ошо сайтта теркәп барығыҙ, — тип һөйләне радиостанцияның баш мөхәррире Роза Төхбәтова «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында. — Телефонығыҙға төшөрөгөҙ, социаль селтәрҙәге сәхифәгеҙгә һалығыҙ, дуҫтарығыҙ менән бүлешегеҙ. Күмәк көс менән Өфөнән Берлинға тиклем юл үтербеҙ, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡандарҙың барыһын да иҫкә алырбыҙ».

2020 йылда «Спутник ФМ» радиостанцияһы Өфөнән Берлинға хәтлем виртуаль юлдан тыш, Өфө-Берлин маршруты буйынса автоуҙыш ойошторорға, юлда Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ҙур хәрби ҡәберлектәргә күҙ һалырға йыйына. Өс мең саҡрымдан ашыу юлды улар 1 майҙан 9-ына тиклем үтергә теләй.

Былтыр — «Еңеүгә 27 миллион аҙым» акцияһы тәүгә үткәрелгән йылда — республикала, илдә йәшәүселәр, сит илдәрҙәге яҡташтарыбыҙ 29 миллиондан ашыу аҙым яһаны, 9 майҙа радиостанция алып барыусыһы Лилиә Шакирова акцияла ҡатнашыусылар исеменән Берлиндағы Трептов паркында «Азат итеүсе яугир» һәйкәленә сәскәләр һалды. Башҡортостан халҡы менән бергә Германия, Франция, Италия, Ҡытай, АҠШ, Гватемала һәм башҡа илдәрҙең халҡы атланы. Акцияла билдәле шәхестәр ҙә ҡатнашты: Владимир Жириновский, Митя Фомин, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Сергей Приказчиков, Айҙар Ғәлимов, Роберт Юлдашев һәм башҡалар.

2019 йылда «Еңеүгә 27 миллион аҙым» акцияһы илдең радио индустрияһындағы төп наградаға – «Радиомания» милли премияһына лайыҡ булды.

http://www.bashinform.ru/news/1416440-v-bashkirii-radio-sputnik-fm-obyavilo-o-starte-aktsii-27-millionov-shagov-za-pobedu/

                

Гөлфиә Акулова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть