Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Өфөлә Йәштәр театры «Уйҙарымдан ғына юғалма...» музыкаль драмаһының премьераһын әҙерләй

Мәҙәниәт

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында төрөк яҙыусыһы Решат Нури Гюнтекиндың «Йырсы ҡош» романы буйынса музыкаль драманың репетициялары бара. «Уйҙарымдан ғына юғалма» спектакленең премьераһы 6 һәм 7 мартта була.

Сәхнә версияһының авторы – Зөһрә Бураҡаева һәм Илдар Ғиләжев, ҡуйыусы режиссер – Илдар Ғиләжев. Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы – Юлиә Ғиләжева, композитор – Урал Иҙелбаев.

Романда Фәриҙә исемле ҡыҙҙың  саф һөйөү хистәре хаҡында һүҙ бара. Шатлыҡ һәм әрнеү, күҙ йәштәре һәм яңы бәхеткә өмөт – донъя әҙәбиәте классикаһы тип танылған роман тап ошо мәңгелек темаларға арнала.

«Төрлө социаль мөхиттә йәшәгән күп кенә кешеләр миңә:  «Эйе, спектаклгә мотлаҡ киләм», — тине. Был осраҡлы һүҙҙәр түгел. Сөнки был хәл-ваҡиға ваҡыт һынауын үтте. Төркиәлә «Йырсы ҡош» тигән яңы ҙур сериал төшөрөлөүенә ғәжәпләнергә ярамай, беҙҙең ил дә был сериалды һатып алды – ул федераль каналда күрһәтелде. Минеңсә, беҙ төрөк яҙыусыһы Решат Гюнтекинды сәхнәләштереп, изге эш башҡарабыҙ, үҙҙәренә ошо китапты асҡан быуын иҫән бит, беҙ уларға һәм уларҙың балаларына ихлас күңелдән спектакль бүләк итербеҙ. Меңдәрсә тамашасының берәүһе Гюнтекиндың романын уҡып сығырға теләк белдерһә, бурысыбыҙҙы үтәгәнбеҙҙер», —  ти спектаклдең режиссеры Илдар Ғиләжев.

Әҙәбиәт-драма бүлеге етәксеһе Дамир Йосопов хәбәр итеүенсә, спектаклдә башҡорт турппаһының бөтә актерҙары тиерлек ҡатнаша. Спектаклдә актерҙар үҙҙәре йырлай. Төп ролдәрҙә — Лилиә Исҡужина һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов.

http://www.bashinform.ru/news/1416136-v-ufe-molodezhnyy-teatr-gotovit-premeru-muzykalnoy-dramy-korolek-ptichka-pevchaya/  

Ләйлә Аралбаева
Теги: театр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть