Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Шүлгәнташ мәмерйәһе янындағы туристик зонаны ниндәй үҙгәрештәр көтөүе билдәле булды

Йәмғиәт

Бөрйән районында Морат-Туғайҙы үҙгәрештәр көтә. Шүлгәнташ мәмерйәһе янындағы туристик зона нисек үҫешер, ниндәй инфраструктура объекттарын төҙөү күҙаллана – 17 февралдә Бөрйән районы хакимиәтендә уҙған кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Район етәкселегенән тыш, кәңәшмәлә «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликов һәм Морат-Туғайҙа төҙөлөп ятҡан музей комплексының баш архитекторы, «Архтамға» проект бюроһы етәксеһе Рөстәм Әлибаев ҡатнашты.

«Урал батыр ере» тип аталған иҫтәлекле урынды үҫтереү буйынса проект төркөмө етәксеһе Рөстәм Әлибаев кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы эскиз проекты менән таныштырҙы.

«Морат-Туғайҙа 200 машинаға һәм 10 автобусҡа парковка урындары, ял үҙәге, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу павильондары, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, өс йондоҙ кимәлендәге 30 урынлыҡ ҡунаҡханалар төҙөү күҙаллана, — тип һөйләне Рөстәм Әлибаев. — Шулай уҡ Wi-Fi булған кемпинг өсөн өҫтәмә урындар ҡаралған».

Төҙөкләндереү Ағиҙел йылғаһы ярына ла ҡағыла. Бында катамарандар өсөн уңайлы туҡтау урыны эшләүҙе йәки понтонлы пристань һалыуҙы иҫәпкә алып, тәрәнәйтеү һәм ярҙы нығытыу эштәрен башҡарырға кәрәк. Пляж зонаһы ла тәртипкә килтерелә.

«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы тирәләй туристик зонаның генераль үҫеш планы проекты республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса әҙерләнә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Бөрйән районында туристик зонаны үҫтереү мәсьәләһе 2019 йылдың 9 декабрендә «Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә ҡаралды.

Проектты әҙерләү өсөн ике ай ваҡыт бирелде. «Архтамға» проект бюроһы вәкилдәре Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре менән берлектә февраль аҙағында уны фекер алышыуға тәҡдим итергә тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1416185-stalo-izvestno-kakie-infrastrukturnye-obekty-zaplanirovany-okolo-peshchery-shulgan-tash/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть