Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Өфөлә күргәҙмәлә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең наградаларын һәм миҙалдарын күрһәтәләр

Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Хәрби дан билдәһе аҫтында» күргәҙмәһе асыла.

Күргәҙмәлә 1799-1990 йылдарҙа Рәсәй император армияһының, Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының һәм Совет армияһының кесе офицерҙар составы һәм рядовойҙары бүләкләнгән награда, юбилей билдәләре, миҙалдар күрһәтелә, тип хәбәр итә музейҙың матбуғат хеҙмәте.

Шулай уҡ унда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының наградаларын һәм миҙалдарын, хәрби көнкүреш предметтарын, ҡоралдарҙы, костюм комплекстарын күрергә мөмкин. Күргәҙмә төрлө йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1415749-v-ufe-na-vystavke-pokazhut-nagradnye-znaki-i-medali-voinov-velikoy-otechestvennoy-voyny/                        

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть