Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Башҡортостан күмәртәләп сауҙа итеү буйынса «триллионлы сикте» үтте

Иҡтисад

2019 йыл Башҡортостандың сауҙа тармағы өсөн ярайһы уңышлы булды, тип белдерҙе республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Алексей Гусев.

«Күмәртәләп сауҙа итеү әйләнеше тәүгә «триллионлы сикте» үтте — 2019 йылда 1,018 триллион һумдан ашыу. Үҫеш 2018 йылдың кимәленә 12% ашыу тәшкил итте. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан хәҙер Волга буйы федераль округында дүртенсе урынды биләй», — тип белдерҙе ул ведомство коллегияһы ултырышында.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда берәмләп һатыу әйләнеше 1,3% артып, 931,5 миллиард һумға етте.

Берәмләп сауҙа итеү күләме буйынса Башҡортостан элеккесә Волга буйы федераль округында икенсе урында килә һәм Рәсәйҙең ун төбәге иҫәбенә инә.

2019 йыл йомғаҡтары буйынса ҡулланыусылар хаҡтары индексы 102,9% тәшкил итте, был илдәге уртаса кимәлдән түбәнерәк һәм 2018 йыл кимәленән күпкә аҙыраҡ.

Хәҙер республикала 25 меңдән ашыу сауҙа объекты иҫәпләнә, шуларҙың 500-ө былтыр асылды.

Иң ҙурҙары – Өфөлә «Акварин» сауҙа-күңел асыу үҙәге, Нефтекамала «Планета» сауҙа комплексы һәм «Төҙөлөш БУМ-ы» сауҙа үҙәге, Белорет районында «XL» сауҙа галереяһы, Өфө районының Зубов ауылында — автосалон һәм Жуков ауылында юл яны комплексы, шулай уҡ Ғафури районында ике сауҙа үҙәге.

http://www.bashinform.ru/news/1416109-bashkiriya-preodolela-trillionnyy-rubezh-po-oborotu-optovoy-torgovli/        

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть