Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Башҡортостанда элекке кредиттарҙы рефинанслау иҫәбенә ипотека буйынса килешеүҙәр һаны артҡан

Иҡтисад

Башҡортостан буйынса Росреестр ғинуарҙа ипотека килешеүҙәренең 19% артыуын теркәгән: әгәр 2019 йылдың ғинуарында Берҙәм күсемһеҙ милек дәүләт реестрына ипотека тураһында 5550 яҙма индерелһә, 2020 йылдың тәүге айында — 6610. Ләкин был һан башлыса ипотека күсемһеҙ милек кредиттарын рефинанслау иҫәбенә артҡан, тип билдәләйҙәр идаралыҡта. Уҙған йылдың ғинуары менән сағыштырғанда ошондай килешеүҙәр ике тапҡырҙан ашыуға күп: 833 булһа, хәҙер 1999.

Бынан алда «Башинформ» был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә бишенсе урында тороуын хәбәр иткәйне.

Rosreestr.net сервисы аналитиктары 300 меңдән ашыу ғинуар килешеүҙәрен тикшергән һәм уларҙың өстән бер өлөшө тиерлек (29%) Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә төҙөлөүен асыҡлаған. 11% — Санкт-Петербургка һәм Ленинград өлкәһенә, 6% Татарстанға тура килә. Дүртенсе урында Түбәнге Новгород өлкәһе (3,3%), бишенселә — Башҡортостан (3,14% — яҡынса 9 мең килешеү).

Эксперттар фекеренсә, киләсәктә ипотека баҙары күләме 25% артыуы һәм элекке күләмдәрҙе тергеҙеүе ихтимал: төп ставка түбәнәйә, тимәк, ипотека кредиттары арзаная.

http://www.bashinform.ru/news/1416025-v-bashkirii-ipoteka-vyrosla-za-schet-polucheniya-kreditov-pod-zalog-ipotechnoy-nedvizhimosti/    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть