Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Мартта уҡ Өфөлә «алтын хыял тренеры» Сергей Михалев исемендәге урам барлыҡҡа килеүе ихтимал

Спорт

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө урамына «алтын хыял тренеры» Сергей Михалевтың исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итеү процесын тиҙләтә. Хоккей күнекмәһенән һуң «Салауат Юлаев» хоккей клубы ветерандары республика етәксеһе эргәһенә килеп, бер нисә йыл элек көйәрмәндәрҙең ошондай тәҡдим индереүен, әммә баш ҡалала һаманғаса Серей Михайлович урамы булмауын хәбәр итте.

«Был ҡарарҙы ҡала Советы ҡабул итергә тейеш. Иртәгә мин улар менән һөйләшермен. Март айында быны эшләрбеҙ тип уйлайым, — тип вәғәҙәләне Радий Хәбиров. — Берәй яңы урамды һайларбыҙ, сөнки исемде алмаштырырға ярамай, был халыҡ өсөн ҙур борсолоу».

Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сергей Михалевтың «Салауат Юлаев»ты Рәсәй чемпионатының беренсе алтын миҙалдарына алып барыуын билдәләне.

«Эш спорт күрһәткестәрендә генә түгел. Ул позитив һәм абруйлы кеше ине, уның хоккейсылар хөрмәт итте, балалар унан өлгө алды. Әлбиттә, беҙ ошондай шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштерергә тейешбеҙ. Өфө ҡала Советы депутаттары яҡын арала ошо мәсьәләне ҡарар тип ышанам», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Өфөлә Спорт һарайы янындағы сквер «алтын хыял тренеры»ның исемен йөрөтә.

http://www.bashinform.ru/news/1415912-uzhe-v-marte-v-ufe-mozhet-poyavitsya-ulitsa-imeni-trenera-zolotoy-mechty-sergeya-mikhaleva/    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть