Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Гөлназ Ғәлимуллина «Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре» проекты менән таныштыра

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә йәшәгән башҡорт фоторәссамы Гөлназ Ғәлимуллина яңы проект  — «Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре» календары менән таныштыра. 2020/2021 йылдар календары өсөн башҡорт мәҡәлдәре, шулай уҡ уларҙың рус һәм инглиз телдәрендәге аналогтары һайлап алынған. Һүрәттәрҙә барыһына ла аңлайышлы образдар һәм символдар файҙаланылған.

Проектта тел белгесе Дилә Хизбуллина, рәссам Гөлназ Иҫәнғолова ҡатнашҡан, дизайнын Наталья Кожинова эшләгән, модель – Ильмира Моталова.

«Тәүге «Монисто» фотопроекты социаль селтәрҙә йәшәне. Беҙ, ижади төркөм, был хеҙмәттәрҙең һөҙөмтәһе матди булыуын һәм аккаунттарығыҙҙың диуарын түгел, ә йорттарығыҙҙы биҙәүен теләйбеҙ, — ти Гөлназ Ғәлимуллина. — Күп йылдар элек мәктәптә инглиз теленән яратҡан уҡытыусым Дилә Хизбуллина диссертация яҙғанда мәҡәлдәрҙе анализлау буйынса ҙур эш башҡарғайны, шуға күрә Дилә Ишбул ҡыҙының мәҡәлдәр йыйынтығы ныҡ ярҙам итте».

Автор билдәләүенсә, был – ҙур фотопроекттың беренсе өлөшө. Проект Халыҡ-ара туған телдәр көнө һәм быйыл Башҡортостанда үтергә тейешле Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан булдырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1415856-gulnaz-galimullina-prezentuet-proekt-bashkirskie-poslovitsy-i-pogovorki/  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть