Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Республикала грипп һәм ОРВИ менән сирләүселәр күбәйә

Йәмғиәт

Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән сирләүселәр күбәйә. Уҙған аҙнала, 10 февралдән 16-һына тиклем, республикала 41 133 кеше ауырып киткән, күпселеге балалар – 26 меңдән ашыу осраҡ. Республика Роспотребнадзор идаралығы ошондай мәғлүмәттәр килтерә.

Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса эпидемия сиге 70% күтәрелгән, бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда 12,5% артҡан.

Өфөлә яҡынса диагноздар буйынса 11 979 грипп һәм ОРВИ менән сирләү осрағы теркәлгән, шул иҫәптән балаларҙа – 6 471 осраҡ.

«Лаборатор тикшеренеүҙәрҙә сирлеләрҙә грипп һәм грипп этиологияһына ҡарамаған вирустар барлығы асыҡланған», — тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, күпселек уҡыусыларҙың сирләүенә бәйле Өфө, Бәләбәй, Нефтекама, Салауат ҡалаларында, Дыуан районында бөтә мәктәптәр карантинға ябылған. 323 мәктәптә, 10 мәктәп-интернатта һәм 56 балалар баҡсаһында, шулай уҡ мәктәптәрҙә 201 класта, балалар баҡсаларында 19 төркөмдә белем биреү туҡтатылған.

http://www.bashinform.ru/news/1415473-v-bashkirii-chislo-zabolevshikh-grippom-i-orvi-prodolzhaet-rasti-epidporog-prevyshen-na-70/                        

Гөлфиә Акулова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть