Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Йәйге осорҙа Өфөнән Симферополгә яңы авиарейс асыла

Иҡтисад

2020 йылдың йәйендә «ИрАэро» авиакомпанияһы Рәсәйҙең Брянск, Мәскәү (Домодедово), Киров, Курск, Ырымбур, Пенза, Өфө һәм Силәбе ҡалаларынан Симферополгә һәм кире йүнәлештә осоштар башҡара башлай. Өфө аэропортынан рейстар шаршамбы көндө башҡарыла, осош ваҡыты — киске сәғәт 8 тула 15 минутта. Симферополдән Өфөгә Superjet 100 шаршамбы көндөҙгө сәғәт 2 тула 20 минутта һауаға күтәрелә. Авиакомпания сайтында билеттарға алдан заказ бирергә мөмкин, хаҡы бер кешегә (ике яҡҡа) яҡынса 17 мең һумға төшә.

«Авиакомпанияның йәйге теҙмәһе күп осраҡта «курортлы» буласағын хәбәр итеүебеҙгә шатбыҙ. Ҡырым рәсәйҙәр өсөн туристар Мәккәһенә әүерелде, шуға күрә беҙ Симферополдән осоштар географияһын киңәйтәбеҙ һәм Рәсәйҙең бер юлы һигеҙ ҡалаһына тура рейстар асабыҙ. Былтыр Мәскәүҙән ошо йүнәлештә остоҡ. Яңы рейстар коронавирустың таралыуына бәйле Ҡытайға осоштар ябылыу сәбәпле пассажирҙар ташыу күләменең кәмеүен компенсацияларға мөмкинлек бирер тип ышанабыҙ», — тине «ИрАэро» авиакомпанияһының генераль директоры Юрий Лапин.

http://www.bashinform.ru/news/1415483-iz-ufy-v-simferopol-v-letniy-period-otkroetsya-novyy-aviareys/

                                

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть