Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.60 ↓

EUR 81.08 ↑

10 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Мостай Кәрим китаптарының юбилей баҫмалары Башҡортостандың китап селтәрҙәренә һатыуға сыҡты

Мәҙәниәт

Мостай Кәрим китаптарының «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм «100 шиғыр» исемле юбилей баҫмалары Башҡортостандың китап селтәрҙәренә һатыуға сыҡты. Китаптар Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллығы айҡанлы «Инеш» нәшриәтендә донъя күрҙе.

Мостай Кәрим исемендәге фондтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы юғары сифатлы йыйынтыҡтарҙы 40-тан ашыу сауҙа нөктәләрендә, шул иҫәптән Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында һатып алырға мөмкин.

«Беҙҙең өйҙөң йәме» — ҙур форматлы сағыу һүрәтле баҫма. Өс мең данала донъя күргән 160 битлек балалар йыйынтығына яҙыусының «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм «Әтәс тирмәне» повестары, шулай уҡ хикәйәләре ингән.

«100 шиғыр» китабында Мостай Кәримдең иң яҡшы шиғырҙары тупланған. Баҫманың тиражы – 3 мең дана, күләме – 150 бит.

Мостай Кәримдең китаптары ҙур популярлыҡ менән файҙалана, тип билдәләй популяр китап селтәре менеджерҙары. «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмының премьераһы алдынан Мостай Кәримдең бөтә китаптары һатылып бөттө. Баҫмалар үҙҙәренең иллюстрациялары, биҙәлеше, ҡағыҙҙың һәм китаптарҙың сифатлы булыуы менән һатып алыусыларға бик оҡшай.

http://www.bashinform.ru/news/1415296-yubileynye-izdaniya-knig-mustaya-karima-postupili-v-prodazhu-v-knizhnye-seti-bashkirii/      

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть