Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

29 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Молния

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына 75 саҡрым: Өфө тирәләй саңғы походы була

Йәмғиәт

Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола. Уҙыш 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Ара 75 саҡрым тәшкил итә.

Саңғы походына 22 февралдә Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылында старт бирелә. Унан алда тантаналы митинг була. Тәүге көндә саңғысылар Тимашев ҡасабаһына тиклем бара.

Артабан, араны үтеүгә ҡарап, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль комплекс янында митингтар ойошторола.

«Акцияла урта һәм өлкән йәштәге, физик әҙерлеге булған кешеләр ҡатнаша ала. Саңғы походына тәжрибәле туристар етәкселек итә», — тип белдерҙеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.

Ойоштороусылар – Владимир Засов исемендәге Хәйриә фонды менән берлектә Өфө ҡала, Орджоникидзе районы Ветерандар советы.

http://www.bashinform.ru/news/1415257-75-kilometrov-k-75-letiyu-velikoy-pobedy-vokrug-ufy-sostoitsya-lyzhnyy-pokhod/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть