Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Өфө – Нефтекама тимер юлы төҙөлөшө 2024 йылда башланыуы ихтимал

Иҡтисад

Өфө – Нефтекама тимер юлы төҙөлөшө 2024 йылда башланыуы ихтимал. Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов проектты әҙерләү барышы тураһында һөйләне. Йыл аҙағына тиклем республика аҡсаһы иҫәбенә объекттың техник-иҡтисади нигеҙен (маҡсатҡа ярашлылығы, сығымдар) әҙерләү күҙаллана. 2021 йылда – концессияға сығырға, унда концедент булып Федераль тимер юл транспорты агентлығы сығыш яһай. Концессионер— Рәсәй тимер юлдары ҡатнашлығындағы берлектәге предприятие, ул проектты ғәмәлгә ашырыуҙы үҙ өҫтөнә ала.

Тимер юлының оҙонлоғо – 175,5 саҡрым, проектта 9 күпер һәм 7 юл үткәргес бар. Объект йөк ташыу өсөн тәғәйенләнә. Автомобиль юлдары буйлап Өфө менән Нефтекама араһы 200 саҡрымдан ашыу тәшкил итә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

http://www.bashinform.ru/news/1415015-stroitelstvo-zheleznoy-dorogi-ufa-neftekamsk-mozhet-nachatsya-v-2024-godu/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть