Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Радий Хәбиров чиновниктарға кеҫә телефондарын тартып алыу менән янаны

Йәмғиәт

Бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ҡул аҫтындағыларына «һәр ваҡыт телефонда ултырған» өсөн киҫәтеү яһаны һәм эш ваҡытында уларҙан мобиль ҡоролмаларын тартып алырға тәҡдим итте.

«Беҙ Мәғариф министрлығы менән дәрес ваҡытында уҡыусыларҙан кеҫә телефондарын алып тороуҙы тикшерәбеҙ. Хәҙер был проектты хөкүмәттән һәм һеҙҙән башларға уйлайым, — тип билдәләне республика башлығы. — Ни өсөн бында киләһегеҙ? Һәр саҡ телефонда ултыраһығыҙ. Беҙ тура эфирҙа, ә һеҙ башығыҙҙы эйеп, телефонда ултыраһығыҙ. Белмәйем, нимәне шул тиклем мауығып ҡарайһығыҙҙыр унда. Бындай осраҡта килеп тормағыҙ, миңә йыһаз кәрәкмәй. Етди иҫкәртеү яһайым. Мине ишеткәнһегеҙҙер тип уйлайым. Беҙ балаларҙы сикләргә тырышабыҙ, тәүҙә үҙегеҙҙән башлағыҙ».

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

http://www.bashinform.ru/news/1414957-radiy-khabirov-prigrozil-chinovnikam-zabirat-u-nikh-sotovye-telefony-/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть