Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Стәрлетамаҡта 3 йәшкәсә 200 бала махсус сертификаттар буйынса шәхси балалар баҡсаһына йөрөй

Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта 2 айҙа 200 бала шәхси балалар баҡсаһына йөрөү өсөн сертификаттар алды, тип хәбәр итте мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ноябрҙә Стәрлетамаҡта «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проектын һынау башланды. Сертификат муниципаль балалар баҡсаһында урын менән тәьмин ителмәгән 2 айҙан алып 3 йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләренә муниципаль баҡсала билдәләнгән хаҡҡа шәхси мәктәпкәсә балалар ойошмаһында урын алырға хоҡуҡ бирә. Сертификаттың хаҡы республика һәм урындағы бюджеттарҙан шәхси балалар баҡсаһына килгән балаға айына 6 мең һум тәшкил итә. Ата-әсәләр балаға айына 2 476 һум түләй.

Әлеге ваҡытта ҡалала 200 сертификат бирелгән. Проекта — дүрт шәхси балалар баҡсаһы, 1 апрелгә тағы икәү ҡушыла.

Илдар Мәүлитбирҙин һүҙҙәренсә, ата-әсәләр мәктәпкәсә белем биреү сертификаттарын ыңғай баһаланы, һынауға йомғаҡ яһағандан һуң яңы уҡыу йылынан проектты киңәйтеү күҙаллана. Өфө һәм Өфө райондарының 25 белем биреү ойошмаһы проектҡа ҡушылырға теләк белдергән. Ике йәшкәсә балалар өсөн урындарға ихтыяж күҙәтелгән Иглин районы хакимиәте менән эш алып барыла. Министр урынбаҫары шулай уҡ проекттың иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлы булыуын билдәләне. Сертификаттар тапшырыу өсөн сығымдар йылына 14,4 миллион һум була, ә 200 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһын төҙөү хаҡы 200 миллион һумға төшә.

Бындай проект Рәсәйҙең өс субъектында – Бүрәтстанда, Ханты-Манси автономиялы округында һәм Мәскәү өлкәһендә ғәмәлгә ашырыла.

Гөлфиә Акулова

http://www.bashinform.ru/news/1414877-v-sterlitamake-200-detey-do-3-let-poseshchayut-chastnye-detsady-po-spetsialnym-sertifikatam/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть