Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.45 ↓

EUR 82.01 ↑

8 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Мәскәүҙә тәүгә «Башҡортостан» милли аш-һыу рестораны асылды

Иҡтисад

Мәскәүҙә тәүгә «Башҡортостан» милли аш-һыу рестораны асылды. Ошо көндәрҙә уҙған рәсми асыу тантанаһында сәйәсәт эшмәкәрҙәре, эстрада йондоҙҙары ҡатнашты. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Мәскәүҙә электән «Әрмәнстан», «Воронеж», «Һарытау» ресторандары эшләй, бына хәҙер тәүгә «Башҡортостан» рестораны ла асылды, мин быға бик шатмын, — тип яҙҙы республика етәксеһе. — Башҡорттар – Рәсәйҙә һан буйынса дүртенсе милләт, Мәскәүҙә яҡташтарыбыҙ күп.  Хәҙер унда уларҙың яратҡан ризыҡтарынан ауыҙ итеү, йыр-моңдарыбыҙҙы тыңлау, яҡташтар менән аралашыу өсөн тыуған мөйөшө бар. Аш-һыуыбыҙ һәм ҡунаҡсыллығыбыҙ Башҡортостан менән бәйле булмаған ҡунаҡтарға ла оҡшар тип ышанам».

Ул ресторанды асҡан бизнесмендарға рәхмәт белдерҙе.

«Минеңсә, уның сифаты бик юғары, үҙегеҙ ҙә шуға инанырһығыҙ тип өмөтләнәм», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.

Республика башлығы билдәләүенсә, әле Өфөлә милли аш-һыу ресторандарын асыу буйынса ике ҙур проект әҙерләнә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

http://www.bashinform.ru/news/1414770-v-moskve-vpervye-otkrylsya-restoran-bashkortostan/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть