Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.74 ↑

EUR 82.23 ↓

9 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Милли музейҙа дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған экспозиция ойошторола

Мәҙәниәт

Быйыл – Хәтер һәм дан йылында – йәмәғәтселек Бөйөк Ватан һуғышы тарихының иҫтәлекле даталарына иғтибарын йүнәлтә. Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан әҙерләнгән проекттар хаҡында һөйләне.

Спикер һүҙҙәренсә, Милли музейҙа 112-се Башҡорт атлы дивизияһының беренсе командиры – легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған айырым экспозиция асыла.

«Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Милли музейы белгестәре «Генерал Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов» күргәҙмә проекты өҫтөндә эшләй. Был йыһазландырылған күсмә күргәҙмә була, һәр муниципалитетҡа уның экземпляры тапшырыла», — тип хәбәр итте Марат Зөлҡәрнәев.

18 мартта Милли музей майҙансығында «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторола.

Йыл дауамында Милли музейҙа «Ватан геройҙарына бағышлана …» республика балалар һүрәттәре конкурсы уҙғарыла, ә тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында «Еңеү-75!» рсепублика музей-ара күргәҙмә проекты ғәмәлгә ашырыла.

Башҡортостандың бөтә музейҙарында Хәтер һәм дан йылына арналған тематик саралар үткәрелә.

Ләйлә Аралбаева

http://www.bashinform.ru/news/1414032-v-ufe-natsionalnyy-muzey-otkroet-ekspozitsiyu-posvyashchennuyu-komdivu-minigali-shaymuratovu/                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть