Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.74 ↑

EUR 82.23 ↓

9 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә 345 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы эшләй башланы

Йәмғиәт

Өфөнөң «Инорс-4» биҫтәһендә белем биреү үҙәгенең 58-се яңы балалар баҡсаһы сафҡа индерелде һәм тиҙҙән ул балаларҙы ҡабул итә башлай. Мөдир Әлфиә Ғилметдинова республика башлығы Радий Хәбировҡа мәктәпкәсә учреждениеның 345 урынға иҫәпләнгәнен, ысынында уға 600-гә яҡын баланың йөрөйәсәген һөйләне. Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һүҙҙәренсә, Калинин районында балалар баҡсаларына урын етешмәүе ныҡ һиҙелә, бөтәһе 4000-дән ашыу бала сиратта тора.

«Биҫтә әүҙем төҙөлә, бында бик күп йәш ғаиләләр йәшәй, шуға күрә барлыҡ балалар баҡсалары, бының кеүек үк, 200 процентҡа тиерлек тулған», — тип билдәләне Өфө мэры.

Яңы объектты төҙөү 299,2 миллион һумға төшкән. Шуның 228,6 миллион һумы  – федераль бюджет, 60 миллионы – республика бюджеты, 10,6  миллионы ҡала бюджеты аҡсаһы. Өс ҡатта 15 төркөм урынлаша, балалар баҡсаһында 30 тәрбиәсе, 22 кесе тәрбиәсе, өс музыкаль етәксе, физик культура буйынса инспектор, өс шәфҡәт туташы эшләй.

Республика башлығы музыка һәм физкультура залдарын, балаларға өҫтәмә белем биреү залдарын, аҙыҡ-түлек блогын, медицина бүлмәһен ҡарап сыҡты. Учреждениела үҙенең видеокүҙәтеү системаһы, автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы бар.

Биләмәлә төркөмдәр һаны буйынса уйындар һәм ял итеү майҙансыҡтары, физкультура майҙансығы төҙөлгән, ял итеү верандалары һәм уйын йыһаздары ҡуйылған.

автор: Азат Ғиззәтуллин

http://www.bashinform.ru/news/1414192-v-ufimskom-mikrorayone-inors-zarabotal-novyy-detskiy-sad-na-345-mest/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть