Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.74 ↑

EUR 82.23 ↓

9 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Башҡортостан предприятиеларының береһе АҠШ санкцияларына эләкте

Иҡтисад

Америка Ҡушма Штаттары Рәсәйҙең өс предприятиеһына ҡаршы санкциялар индерҙе. «Звезда» телеканалы хәбәр итеүенсә, «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы», «Машиналар эшләү ғилми-етештереү берләшмәһе» хәрби-сәнәғәт корпорацияһы һәм «Приборҙар эшләү конструктор бюроһы» сикләү сараларына эләкте.

Вашингтон фекеренсә, был предприятиелар АҠШ-тың Иранға, Корея Халыҡ-Демократик Республикаһына һәм Сүриәгә ҡарата күпләп юҡ итеү ҡоралын таратмау тураһында милли ҡануниәтен боҙа.

Санкциялар ике йыл ғәмәлдә була, ләкин дәүләт секретары Майк Помпео ҡарары буйынса уларҙы бөтөрөүҙәре йәки ҡыҫҡартыуҙары ихтимал.

Күмертау авиация етештереү предприятиеһы (КүмАПП) — Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында урынлашҡан совет/Рәсәй авиатөҙөлөш предприятиеһы. Завод Ка-226, шулай уҡ Ка-27, Ка-31 һәм Ka-32A11BC тибындағы вертолеттар етештерә һәм ремонтлай. Предприятие «Рәсәй вертолёттары» холдингына инә.

http://www.bashinform.ru/news/1413983-pod-sanktsii-ssha-popalo-odno-iz-predpriyatiy-bashkirii/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть